Эстәлеккә күсергә

Аһал вилайәте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аһал вилайәте
төркм. Ahal welaýaty
Нигеҙләү датаһы 14 декабрь 1992
Рәсем
Рәсми атамаһы Ahal welaýaty
Дәүләт  Төркмәнстан
Административ үҙәк Әнеү
Административ-территориаль берәмек Төркмәнстан
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Геомәғлүмәттәр Data:Turkmenistan/Ahal.map
Хөкүмәт башлығы Сердар Гурбангулыевич Бердымухамедов[d]
Халыҡ һаны 939 700 кеше (2005)
Сиктәш Ташуғыҙ вилайәте, Балканский велаят[d], Ашхабад, Лебапский велаят[d], Марый виләйәте[d], Северный Хорасан[d], Хорасан-Резави[d] һәм Герат[d]
Ҡулланылған тел Сығатай теле
Майҙан 97 160 км²
Урынлашыу картаһы
Урындағы телефон коды 13
Номер тамғаһы коды AH
Карта
 Аһал вилайәте Викимилектә

Аһал вилайәте (рус. Ахалский велаят, төркм. Ahal welaýaty) — Төркмәнстандың көньяғындағы административ берәмек - вилайәт. Башта административ үҙәге Ашхабад булған, әммә һуңғараҡ ул айырым административ берәмеккә сығарыла, ә үҙәге итеп Әнеү ҡалаһын билдәләйҙәр.

Аһал вилайәте 1992 йылдың 14 декабрендә элекке Ашхабад өлкәһе биләмәһендә ойошторола[1].

Вилайәт майҙаны — 97 160 км². Ул Төркмәнстандың үҙәк өлөшөнөң көньяғында урынлашҡан, Копетдаг тауы итәгендә Иран һәм Афғанстан менән сиктәш.

Аһал вилайәте Аһал-Тәкә оазисында булған 1881 йылғы Гөк-Тепе яуы, шулай уҡ Бәһерден (төркм. Bäherden) мәмерйәһендәге йылы һыулы Коу-Ата күле менән танылған[2].

Аһал вилайәтендә 2005 йылда — 939 700 кеше йәшәгән ()[3].2000 йылда Аһал вилайәтендә Төркмәнстандың 14% халҡы йәшәгән [4].

Аһал вилайәтенең иҡтисады аграр-индустриаль характерға эйә. Уның үҫешенә төбәктең дәүләт баш ҡалаһы янында булыуы ҙур йоғонто яһай. Дөйөм Төбәк иҡтисад өлөшө тулайым регион продуктының 23%- тан артығын тәшкил итә. 2000 йылда Аһал вилайәтенә Төрөкмәнстандың барлыҡ эш урындарының 11% - ы, ауыл хужалығы продукцияһының 23% - ы, шулай уҡ илдә сәнәғәт етештереүенең дөйөм күләменең 31% - ы тура килә. [4].

Регион газ сығарыу күләме буйынса илдә лидер булып тора (43,8 %). Уның территорияһында бер нисә эре газ ятҡылыҡтары бар.

Аһал вилайәтенең ауыл хужалығы төбәктең буйынан-буйына көнбайыштан көнсығышҡа йүнәлгән Ҡараҡом каналынан һуғарыла . Икенсе һыу сығанағы - Теджен йылғаһы, ул көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә ике ҙур һыуһаҡлағыс аша Теджен ҡалаһынан көньяҡҡа табан уҙа. Рухабат этрабында «Рухубелент» ҙур агросәнәғәт комплексы булдырылған, уның үҙ баҫыуҙары, теплица хужалыҡтары, шулай уҡ йәшелсә һәм еләк-емеш эшкәртеү буйынса производство ҡеүәттәре бар.

Башҡа тармаҡтар ҙа — текстиль, мамыҡ эшкәртеү сәнәғәте, төҙөлөш индустрияһы үҫешә.

  1. Межгосударственный совет по геодезии, картографии, кадастру, и дистанционному зондированию земли государств — участников СНГ. Изменения географических названий Туркменистана. (рус.) // Изменения географических названий государств — участников СНГ : Электронный бюллетень. — Т. 10. — С. 4.
  2. Архивированная копия. Дата обращения: 25 июнь 2010. Архивировано из оригинала 10 июнь 2011 года. 2011 йыл 10 июнь архивланған. По пустыням Казахстана и Туркмении
  3. Статистический ежегодник Туркменистана. 2000—2004. Национальный институт государственной статистики и информации Туркменистана. Ашхабад, 2005 год.
  4. 4,0 4,1 Социально-экономическая ситуация в Туркменистане в 2000 году. Национальный институт государственной статистики и информации Туркменистана. Ашхабад, 2001 год, с. 129—130 (русский).